0%

Мөғжизәләр иле(шиғыр). Р.Ниғмәтуллин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мөғжизәләр иле (шиғыр)
автор Р.Ниғмәтуллин
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Мөғжизәләр иле


Ситтә йәмле ерҙәр эҙләп
Ҡайҙарҙа ғына урап,
Иң-иң гүзәл төйәк булып
Сығасаҡ һеҙгә Урал.
Унда мөғжизәләр тулы,
Иң гүзәл башҡорт иле.
Унда иң яғымлы булған
Иң наҙлы башҡорт теле.
Унда ҡояш иң-иң яҡты,
Иң йылы нурҙар сәскән,
Унда һәр кеше лә йырсы,
Унда һәр кем дә сәсән.
Йылғалары саф, йор, алҡын,
Тауы ҡояшлы, бейек,
Унда сикһеҙ йәмле урман,
Урмандар тулы кейек.
Унда иң-иң моңло ҡоштар,
Унда иң матур сәскә,
Йәйге кистә ысыҡ булып
Бал яғылғандай сәскә.
Унда иң-иң гүзәл күлдәр,
Күлдәре тулы балыҡ.
Унда ерҙең өҫтөндә лә,
Аҫтында ла күп байлыҡ.
Башҡорттар өсөн ошо ил —
Тиңһеҙ бер бәхетостан.
Башҡортомдоң баш йорто ул —
Тиңһеҙ был Башҡортостан.
Ошондай уҡ иң яҡшы ил —
Урыҫҡа Урыҫыстан.
Сыуаш өсөн — Сыуашстан,
Татарға — Татарстан.
  
 


1988 йыл